Башҡортостанда быйыл "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" тигән акция апрель айында көндәр йылытыу менән башлана. Уның маҡсаты ауыл халҡына квалификациялы ярҙам күрһәтеү. Был турала "Сәләмәтлек сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Табиптар бригадалары алты йүнәлеш буйынса юлға сыға. Акцияла күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушер пункттары ҡатнаша. Бригадалар бөтә райондарҙа булып халыҡты ҡабул итәсәк, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.





