Башҡортостанда быйыл тағы 90 фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Башҡортостанда быйыл тағы 90 фельдшер-акушер пункты төҙөлә
Фото №1 - Башҡортостанда быйыл тағы 90 фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Был турала "Сәләмәтлек сәғәте" кәңәшмәһендә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. "Инцидент-менеджмент" системаһы теркәгән мөрәжәғәттәр араһында һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлылары һан буйынса 4-се урында. Коронавирустан вакциналау, дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелә. Шулай уҡ Бөрөлә балалар табыу йортон ремонтлау буйынса мөрәжәғәттәр бар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, заманса бина 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла, быйыл иһә 1 апрелгә тиклем иҫкеһендә косметик ремонт эшләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ