Уға ярашлы, махсус комплекс асфальттың өҫкө ҡатламын киҫеп ала, ваҡлай, махсус ҡатнашма ҡуша һәм шунда уҡ кире түшәп бара. Парк урамының ярты километры ошондай ысул менән ремонтлана. Шулай уҡ тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, юл билдәләре ҡуйыу, ағастар ултыртыу, фонарҙәр урынлаштырыу планлаштырылған. Эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Фотоһүрәт: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.





