"Мәлдең ҡәҙерен бел". Хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарға үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән: макияж эшләгән, заманса образ һынландырырға ярҙам иткән. Проект егерменән ашыу гүзәл затты берләштерә. Улар дауаланыу алғандан һуң үҙҙәрен яҡшы тоя. Яман шеште тулыһынса еңеүгә ышаныстары ла көслө. Фотоһүрәттәрҙе февраль аҙағында Өфөнөң үҙәк китапханаһындағы күргәҙмәлә ҡарарға була.





