Хеҙмәттәшлек : Өфө-Вена рейсы тергеҙелә

Хеҙмәттәшлек : Өфө-Вена рейсы тергеҙелә
Фото №1 - Хеҙмәттәшлек : Өфө-Вена рейсы тергеҙелә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “ЮТэйр” авиакомпанияһы генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашты. Ултырышта Өфө аэропортының халыҡ-ара һәм төбәк-ара осоштарҙың үҫеш юлдары, самолеттарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, “ЮТэйр” авиакомпанияһы республиканың ышаныслы партнеры. “2020 йыл ауыр булһа ла, әле эштәр алға бара. Төбәк-ара рейстар һаны арта, Рәсәйҙең күп аэропорттары сит илдәрҙән рейстар ҡабул итеү һәм кире йүнәлештәрҙә рөхсәт ала. Илдәге санитар-эпидемиологик хәлдә хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында уйларға кәрәк”,- тине Радий Хәбиров. “ЮТэйр” компанияһы аша Башҡортостандан һәм кире йүнәлештә айына 500-ҙән ашыу самолет оса. Киләсәктә Өфөнән Ҡазан, Екатеринбург һәм Төмәнгә рейстар асыу планлаштырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ