Районда үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса “Алтын шайба” турниры бара. Район үҙәге Раевкала республиканың 9 районынан 12-13 йәштәге хоккейсылар йыйылды. Ярыштар 5 көн дауамында барасаҡ , ти район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов.





