«Өфө» аэропортының эске авиалиниялар терминалы әҙер

Яңы һауа ҡапҡаһы яҙғыһын тәүге самолеттарҙы һәм пассажирҙарҙы ҡабул итә башлай. Заманса объекттағы эш сифаты менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько танышты. Артабан ошонда уҡ Волга буйы федераль округында авиабәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Һөйләшеү барышында күтәрелгән проблемалар,  алда торған маҡсаттар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иркен, яҡты, уңайлы һәм башҡорт милли биҙәктәре менән байытылған. Аэропорттың яңы терминалы заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ә иң мөһиме, был корпус Өфө һауа ҡапҡаһының пассажирҙар үткәреү һәләтен ике тапҡырға арттырған, дөйөм майҙан да 29 мең квадрат метрға еткән.

Яңы объект барлыҡ кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған, телетраптар, багажды эшкәртеү комплекстары, мәғлүмәт системалары халыҡ-ара стандарттарға тура килә. Ә диспетчер хеҙмәте өсөн 270 градусҡаса күҙәтеү мөмкинлеген биргән 19 метрлыҡ вышка ҡуйылған.

Төҙөлөш проекты сиктәрендә инженер һәм транспорт инфраструктураһы ла яңыртылған, бөтәһе 3 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Өфө аэропортында шулай уҡ «ЮТэйр» авиакомпанияһының Рәсәйҙәге иң ҙур техник хеҙмәтләндереү үҙәге лә эшләп килә. Бында Башҡортостандан 400-гә яҡын белгес иҫәпләнә, уларҙың күбеһе Өфө авиация-техник университетын тамамлаусылар. Авиакомпания Өфө аэропортынан ай һайын 500-ләп даими рейс яһай. Улар киләсәктә Австрияның Вена ҡалаһына  маршрутты ла яңынан тергеҙергә иҫәпләй. Мәғлүм булыуынса был  линия пандемия мәлендә ябылғайны. Андрей Мартиросов фекеренсә, рейстарҙы табышҡа сығарыу өсөн ваҡыт талап ителә.

Өфө аэропортында авиабәйләнештәре үҫтереү буйынса кәңәшмәлә Федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Нерадько билдәләүенсә,  Өфөнөң 450 йыллығы айҡанды аэропортты төҙөкләндереүҙә булышлыҡ күрһәтеләсәк. Ул республика етәкселегенә төбәк-ара авиарейстарҙы субсидиялаған өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий хәбиров әйтеүенсә, яңы маршруттар дәүләт ярҙамына мохтаж, пассажирҙар ағымы яйға һалыныу менән сығымдарҙы улар үҙҙәре ҡаплай ала. Башҡортостан башлығы киләсәктә лә яңы рейстар асыласағын белдерҙе.

Кәңәшмә сиктәрендә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфө аэропорты – Башҡортостандың визит картаһы. Яңы терминалды асыу иһә республика һауа ҡапҡаһының үҫеш юлында тағы бер баҫҡыс. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, пандемия менән пассажирҙар ағымы 3 миллион ярымдан 2 миллион 370-кә тиклем кәмегән. Әммә аэропорт был һынауҙы лайыҡлы үтеп сыҡҡан һәм Волга буйы федераль округында лидерлыҡты һаҡлап ҡалған.

Өфө аэропортын төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк. Яңы терминал иһә тәүге самолет һәм пассажирҙарҙы яҙғыһын ҡабул итә башлай. Заманса объект һауа транспорты менән ҡулланыусылар иҫәбен йылына 4 миллионға еткерергә тейеш, уларҙың яртыһы тиерлек эске авиалиниялар пассажирҙары булыр тип күҙаллана.

Фото №1 - «Өфө» аэропортының эске авиалиниялар терминалы әҙер

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ