4 февралдән ваҡытлыса ковид госпиталь итеп үҙгәртелгән барлыҡ медицина учреждениелары ла ғәҙәти эш режимына күсте. Пациенттар ҡабул итеү алдынан уларҙа дезинфекция үткәрелде. Ҡыҙыл зонанан йәшел коридорға әйләнгән дауахана тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Ә табиптарҙы ысын мәғәнәһендә герой тиергә мөмкин. Улар тотош донъяға хәүеф менән янаған билдәһеҙ сиргә ҡаршы бер ниндәй препаратһыҙ сыҡты. Күп кенә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шул иҫәптән ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ла ковид госпиталгә әйләнде.
Табиптар үҙ көсө менән тиерлек ябай дауахананан йоғошло ауырыуҙар госпитале эшләп ала. Коронавирус йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн генә махсус ҡорамалдар, үпкәне елләтеү аппараттары индерелә. Ҡалғаны табиптарҙың белеменә һәм тәжрибәһенә генә ҡайтып ҡала.
Баш ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн көсөргәнешле эш шарттары яңылыҡ түгел. Шуға ла улар ауыр осорҙо башҡа медицина учреждениеларына ҡарағанда еңелерәк кисерә. Бер генә табип , шәфҡәт туташы ла эшенә зарланып ауыҙ асманы, ти дауахана етәкселеге.
Хәҙер генә табиптар тыныс һәм ғәҙәти шарттарҙа эшләй. Коридорҙа пациенттар , ҡыҙыл зонала хәҙер йәшел ут яна. Коронавируслы сирлеләр менән эшләү мәлен бушап ҡалған дезинфекция бүлмәләре, ҡурҡыныс сирҙе иҫкәртеүсе яҙмалар, хәүефле зонаға күрһәтеүсе билдәләр генә хәтерләтә.
Халыҡ араһында 22-се дауахана тип йөрөтөлгән медицина учреждениеһы көнөнә өс йөҙгә тиклем пациент ҡабул итә. Ләкин ковид госпиталь булып үҙгәртелгәс ҡабул ителгән ауырыуҙар илленән дә артмай. Кире үҙ профиленә күсеү менән ашығыс ярҙам күләме һәм сифаты ла элекке рәүешенә әйләнеп ҡатасаҡ, ти табиптар. Әммә был пандемия бөттө тигәнде аңлатмай. Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы хәҙер махсуслашҡан госпиталдәр генә көрәшә.
Айнур Кәбиров.




