Бөгөн республикала старт алған акция шулай атала. Һүҙ йорт хайуандарын тамғалау тураһында бара. Башҡортостан депутаттары федераль законға үҙгәреш индереүгә проект әҙерләй. Төҙәтмә ҡабул ителһә, эт-бесәйҙәр чиплы булырға тейеш. Ул ни өсөн кәрәк? БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аңлата.
Ширхан ыҫылданы, тәпәйҙәре менән тырнарға ынтылды, ахырҙа, бөтөнләй өҫтәлдән һикереп төшмәксе булды. Биш йәшлек бесәйен депутат Руфина Шаһапова чип ҡуйҙырырға алып килгән. Ҡаршылашыуына ҡарамай бесәйҙең арҡаһына тамға беркетелде. Номеры шунда уҡ сканер менән тикшерелә.
Процедура ҡәҙимге укол ҡаҙауҙан айырылмай. Депутат ғаиләһендә тағы Элли һәм Винни ҡушаматлы эттәр аҫырала. Улар үҙен тыныс тотто. Чип – дөгө ҙурлығында, ул хайуандың тәне буйлап күсеп йөрөй ала, әммә сәләмәтлегенә тәьҫир итмәй, ти ветеринарҙар.
Эт-бесәйҙәрҙе чиплау хайуандарға яуаплы мөнәсәбәт тураһындағы федераль законға үҙгәреш индереү проектын әҙерләү буйынса ойошторола. Әле был эш теләк буйынса башҡарылһа, ҡанунға үҙгәреш индерелһә, ул мотлаҡ буласаҡ. Тамға номерҙары буйынса мәғлүмәт дөйөм базаға индерелә. Бер чип хайуандың ғүмере буйына етә.
Электрон чип буйынса хайуандарҙың хужаһын, уға ниндәй вакциналар, ҡотороу сиренән прививка яһатылғанмы-юҡмы икәнлеген белергә була. Чип сканер ярҙамында ҡуйыла. Эт йә бесәй юғалһа, уны тапҡас чипты сканерлап кемдеке икәнлеген белергә мөмкин. Мәҫәлән, Ғәзинур Фәсхетдиновтың эте ике тапҡыр юғалған. Флешмоб тураһында ишеткәс тә, ул Джекты Өфө ҡалаһының ветеринария станцияһына килтергән.
Юлда бәрҙерткәндә лә был алым хайуандың хужаһын асыҡларға ярҙам итәсәк. Әле республикала дәүләткә ҡараған ветеринария клиникаларында 50 мең тирәһе чип ҡуйылған. Тамға ҡуйҙыртыу хаҡы 650 һум, шәхси клиникаларҙа бер мең һумдан ашыу. Акция буйынса 165 һум.
Европала, мәҫәлән, чип күптән ҡулланыла. Беҙҙең илдә ҡанун индерелһә, ҡарауһыҙ эт һәм бесәйҙәр проблемаһын бәлки, хәл итергә ярҙам итер тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева.




