«Башртс» компанияһы йылылыҡ сығымдарын ҡайтанан ҡарарға әҙер

Яңынан иҫәпләүҙәргә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең ноябрҙәгенән 42 процентҡа күберәк килгән осраҡта өмөт итергә мөмкин.

Был йорттарҙағы йылылыҡ энергияһын дөйөм иҫәпләү ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереү, йорттарҙағы майҙандар тураһындағы мәғлүмәтте барлау һөҙөмтәләренә бәйле. Йылылыҡ сығымдарын ҡайтанан иҫәпләү ғаризаға нигеҙләнеп, БАШРТС-ҡа бурыс булмаған осраҡта ғына башҡарыла.

Мөрәжәғәт өсөн бланктарҙы компанияның рәсми сайтынан алырға мөмкин. Тултырылған ғаризаның күсермәһен клиенттың шәхси кабинеты аша «Виртуаль ҡабул итеү бүлмәһенә», рәсми электрон почтаға , 8-987-100-58-11 һандары буйынса уотсапп ҡушымтаһына, Вконтакте йәки Фейсбук селтәрендәге рәсми төркөмдәргә, йә булмаһа эргәләге клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә ҡалдырырға мөмкин.

Консультация өсөн күп каналлы телефон һандары 8-800-511-30-15 . Шылтыратыу дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Сығымдарҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем дауам итә.

Фото №1 - «Башртс» компанияһы йылылыҡ сығымдарын ҡайтанан ҡарарға әҙер
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ