Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү советы положениеһына төҙәтмәләр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документтың яңы редакцияһында Советҡа урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре билдәләнде. Указда шулай уҡ Башҡортостан башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү советы составында ла үҙгәрештәр бар. Вафатына бәйле, Алексей Зеликман совет составынан сығарылып, уның урынын билдәле юрист Рафиҡ Дусалиев биләне




