Коронавирусҡа ҡаршы республика оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса уҙған тәүлектә республикала яны инфекция тағы ла 166 кешелә асыҡланған. Шулай итеп, хәүефле сирҙе йоҡтороусылар һаны 25 мең 239-ға етте.
4 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башынан 200 кешенен ғүмере өҙөлгән. Дауаханаларҙа ковидтан әле 304 , өй шарттарында 5 мең 524 пациент дауалана. Һуңғы тәүлектә 149 кеше һауыҡҡан




