Башҡортостанға билдәле шахматсы Сергей Карякин килде

Ярты ай дауамында ул Ғафури районында донъя кубогына әҙерләнәсәк. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн мәртәбәле ҡунаҡ Красноусолда шахмат менән шөғөлләнгән балалар менән осрашты. Ошонда уҡ 20 кеше халыҡ-ара гроссмейстерҙан оҫталыҡ дәресе алды. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Уйынсыларҙың иғтибарын бер минутҡа ла бүлерлек тңгел. Хатта интервью өсөн дә. Әлбиттә, был аңлашыла, сөнки өҫтәл артында ултырыусыларҙың барыһы ла халыҡ-ара гроссмейстер менән көс һынаша. Сергей Карякин Башҡортостанға оҫталығын камиллаштырыу өсөн килгән. Күнекмәләр араһында билдәле спортсы шахмат һөйөүселәр менән осрашыуға ла ваҡыт тапҡан. Ул бер юлы 20 уйынсы менән блиц-турнир ойошторҙо.

Шахмат уйыны урындағы балаларҙың яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Шуға ла уның менән бөгөн Ғафури районында меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы шөғөлләнә. Билдәле булыуынса, был уйын йәш быуындың фекерләү ҡеүәһен арттыра, алдан уйлап эш итергә өйрәтә.

Шахматсыларға уйларға ваҡыт бирелһә лә, Сергей Карякиндың бындай мөмкинлеге булманы. Ул дәғүәсеһенең өҫтәле эргәһенә килеү менән сираттағы йөрөшөн яһаны. 

Сергей Карякин Башҡортостанға урындағы шахмат федерацияһы етәкселеге саҡырыуы буйынса килгән. Мәғлүм булыуынса, ул 12 йәштә генә иң йәш гроссмейстер исеменә лайыҡ булып, Гиннес рекордтар китабына индерелә. Бынан тыш, ватандашыбыҙ FIDE Донья кубогы еңеүсеһе, Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Донья чемпионы. 

Блиц-турнирға килгәндә, бер кем дә халыҡ-ара гроссмейстерҙы еңә алманы. Шулай ҙа Сергей Карякин Ғафури районы уҡыусыларының оҫталығын юғары баһаланы.

Сарала ҡатнашыусылар Сергей Корякин менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Осрашыу һуңында билдәле шахматсы Башҡортостан һауаһы миңә тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостанға билдәле шахматсы Сергей Карякин килде

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ