Бөгөн Башҡортостанға 2 мең 160 доза коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылған халыҡты вакциналау буйынса ла фекерен белдерҙе. Ул әйтеүенсә, халыҡ прививканы оҙаҡ көтөргә тейеш түгел. Шулай уҡ күп халыҡ эшләгән ҙур ойошмаларҙа ла вакцина яһатыуҙы башлау кәрәк.





