1 апрелдән коронавирус пандемияһы шарттарында 3 йәштән алып 8 йәше тулмаған балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә. Аҡса ғаиләнең килеменә ҡарап иҫәпләнә. Сумма йәшәү минимумының 50 процентынан алып тулыһынса түләнеүе мөмкин. Әле аҙ килемле ғаиләләрҙә, 3 йәштән алып 8 йәшкәсә балаларға төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының яртыһына тиң пособие түләнә.





