Башҡортостанда 7 апрелдән яҙғы субботниктар башлана

7 апрелдән башлап Башҡортостанда официаль рәүештә яҙғы субботниктар старт ала. Биләмәләрҙе таҙартыу өмәләре 12 майға тиклем дауам итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда 7 апрелдән яҙғы субботниктар башлана

Төбәк хакимиәттәре республикала аҙна һайын уҙасаҡ субботниктарҙың даталарын билдәләне. Һәр торама пункттарҙа улар 7 апрелдән 12 майға тиклем үтәсәк. Ауыл-ҡалаларҙың санитар-экологик хәлен яҡшыртыу сараларҙың тәүмаҡсаты булып тора.

Хөкүмәт бөтә дәүләт учреждениелары һәм шәхси ойошмаларға экологик субботниктарҙы уҙғарыуҙа максималь рәүештә булышлыҡ итергә, яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләргә ҡушҡан да инде. Бындай саралар йыл да уҙғарыла, унда мәктәп уҡыусыларынан алып ҙур компания һәм корпорацияларҙың етәкселәренә тиклем барыһы ла ҡатнаша.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ