Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Мәктәп уҡыусыларын ашатыу мәсьәләһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралды.
Радий Хәбиров өлгө булараҡ Мәскәү өлкәһен килтерҙе.
Республика Башлығы, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәргәнсе, яуаплы ведомстволарға аҙна һайын отчет бирергә ҡушты. 11 февралдә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында мәктәптә туҡланыу буйынса халыҡ фекерен өйрәнеү һөҙөмтәһе менән таныштыралар.





