Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. 100-гә яҡын янғын теркәлгән, утта 6 кешенең ғүмере өҙөлгән, 27-һе ҡотҡарылған. 9 кеше бейектән ҡолаған, 2 кеше һәләк булған. Краснокама районында бер пар мунса еҫенә иҫергән. Уҙған аҙнала ашығыс хеҙмәт операторҙары 42 мең ярым шылтыратыу ҡабул иткән. Уларҙың 38 проценты ялған тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров. Бындай хәбәр еткереүселәрҙең күбеһе Архангел районынан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлде контролгә алырға һәм алдаҡсыларҙы яуапҡа тарттырырға ҡушты.





