Радий Хәбиров бөгөн “Янғантау” шифаханаһы генераль директоры Әлфред Аҡбашев менән осрашты

Радий Хәбиров бөгөн “Янғантау” шифаханаһы генераль директоры Әлфред Аҡбашев менән осрашты
Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн “Янғантау” шифаханаһы генераль директоры Әлфред Аҡбашев менән осрашты

Унда 2024 йылғаса һауыҡтырыу ойошмаһын үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышыу булды. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, шифахана эшләүен дауам иткән. Былтыр COVID-19 менән сирләгән пациенттар бында реабилитация үткән. Шифахана етештереү тармағын да үҫтерә. Быйыл “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуын тултырыу буйынса автоматлаштырылған линия файҙаланыуға тапшырыла. Торлаҡ йорт төҙөлгән, киләсәктә бассейн һәм күңел асыу үҙәге барлыҡҡа килә. Радий Хәбиров “Янғантау” геопаркын үҫтереүҙә шифахананың әһәмиәтен билдәләп үтте. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ