Өфөлә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Өфөлә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны
Фото №1 - Өфөлә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Яҡындары әйтеүенсә, ул 29 декабрҙән коронавирус менән сирләгән. Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филормонияһында эстрада артисы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. “Ул илһамлы ижады аша Башҡортостанға, республика сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләне”, - ти музыкант Илшат Яхин.

Өфөлә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Роза Аҡкучукованың байтаҡ йырҙары халыҡ хитына әйләнде, күп яҙмалары  “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының алтын фондына ингән. Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә, иртәнге сәғәт 10-да Өфөлә, Цветочная урамы, 2/ 3 адресы буйынса үтә. Йырсы тыуған яғы Белорет районында ерләнә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ