Радий Хәбиров легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәште дауам итергә ҡушты

Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, «Ларгус»тарҙың законһыҙ эшмәкәрлеге аварияларға һәм кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә килтерә. Ике йыл дауамында барған көрәште артабан да алып барыу мөһим, тине Радий Фәрит улы. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөү, мәктәп туҡланыуын яҡшыртыу, африка тағуны һәм ҡош киҙеүенә ҡаршы көрәште көсәйтеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар  тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Африка тағуны, ҡош киҙеүе. Был терминдар тәү ҡарамаҡҡа ят тойолһа ла, беҙҙең эргәлә генә йөрөй. Әлеге ваҡытта мәкерле сирҙең Башҡортостан менән сиктәш райондарҙа теркәлеүе күҙәтелә. Шуға күрә республикала ҡыр ҡабандарын атыу мотлаҡ, тине Радий Хәбиров. Уларҙың иҫәбе 4 мең гектарға берәү генә булырға тейеш. Ә сусҡасылыҡ комплекстары тирәләй 10 километрҙа ҡабандарҙың бөтөнләй ҡалмауы шарт. Ҡош киҙеүе буйынса ла хәл тотороҡһоҙ. Күрше Татарстан Республикаһында һәм Силәбе өлкәһендә сирҙең бер нисә осрағы теркәлгән. Татарстандың Мөслим районында 5 мең ҡаҙ, Зеленодольский районында 175 мең күркә юҡ ителгән.  

Тағы бер ҙур проблема – законһыҙ эшмәкәрлек алып барған пассажир ташыусылар. Уларҙы «Ларгус»тар тип йөрөтәләр. Күп кенә юл фажиғәләре тап ошо категория арҡаһында килеп сыға. Былтыр инспекторҙар 200-ҙән ашыу рейд уҙғарып лицензияһыҙ эшләгән 25 водителде асыҡлаған. Йөҙҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тартып алынған. Быйыл контролде тағы көсәйтеү ҡарала.

Шулай уҡ хужаһы булмаған һәм сиктәре билдәләнмәгән ерҙәрҙе теркәү өсөн Республика һәм Өфө идаралыҡтары булдырыла. Бар документтар ҙа электрон форматҡа күсерелә. Элек ғаризалар бер айҙа эшкәртелһә, хәҙер 5-8 көн ҡаралған. Хаталар асыҡланған осраҡта шунда уҡ төҙәтеү өсөн кире ҡайтарыла.

Радий Хәбиров мәктәп ашханаларында туҡланыу темаһын да күтәрҙе. Иғтибарҙы арттырған һайын ялыуҙар ҙа күбәйә, тине Республика башлығы. Һәм ике аҙнаға бер тапҡыр был теманы кәңәшмә графигына индерергә ҡушты. 

Тағы бер мөһим бурыс – пандемия мәлендә ковид госпиталь итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеларын ҡәҙимге эш режимына күсерә башлау. Ә коронавирус йоҡторған пациенттар инфекция дауаханаларында дауалау курсы үтә ала. 

Фото №1 - Радий Хәбиров легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәште дауам итергә ҡушты

Рәмзиә Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ