Әлшәй районы Ғәйнәямаҡ ауылы мәктәбенә республиканан махсус транспорт бүленеп тә, уҡыусыларға йәйәүләп йөрөргә мәжбүр. Ә ауыл аралары тиҫтәләп саҡрым. Юлды ла маҡтап телгә алырлыҡ түгел, өҫтәүенә, хәүефле лә. Төрлө ҡырағай йәнлектәр аша үтергә кәрәк. Килеп тыуған мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин асыҡларға тырышты.
Лилиә Бәхтейәрова улын мәктәпкә әҙерләй. Дөрөҫөрәге, мәғариф учреждениеһы интернатында ятып уҡыр өсөн. Автобус юҡлыҡтан аҙна һайын дүшәмбе оҙатып ҡалып, йома ҡаршы ала. Өсөнсө класс уҡыусыһына ул нисек кенә ауыр бирелмәһен, башҡаса сара юҡ.
Руслан Бәхтейәров уҡыған мәктәп тыуған ауылынан яҡынса ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Өсөнсө йыл инде уға атаһы, йә ағаһына эйәреп белем усағына йәйәүләп барырға тура килә. Өҫтәүенә, Руслан Туҡмаҡбаш ауылында мәктәп йәшендәгеләрҙән бер үҙе. Юл да үтә маҡтанырлыҡ түгел. Унан бигерәк, ҡырағай йәнлектәрҙе осратыу ҙа хәүефле.
Туғыҙ класлыҡ мәктәптә бөгөн 52 уҡыусы белем ала. Уларҙың етәүһе күрше ауылдан, барыһы ла интернетта ятып уҡый.
Мәктәп етәкселеге яғынан бар эштәр ҙә үтәлгән. Балаларҙы йөрөтөү өсөн дә тәжрибәле водитель һайланған. Тик декабрь урталарында файҙаланыуға тапшырылған транспорт сараһы әлегәсә ултыра бирә.
Республикаға ғөмүмән, федераль иҫәптән 70 транспорт сараһының икеһе Әлшәй районы мәктәбенә бүленә. Улар тапшырылып та, документтарҙың әҙер булмауы ғына эште тотҡарлай. Мәғариф министрлығы аҙна аҙағына тиклем ҡағыҙҙар теүәлләнеп, район хакимиәтенә тапшырыласағын белдерҙе. Унан һуң, мәктәп автобусына дәүләт номеры алынып, маршрут һалынғас та тәүге рейсҡа сығасаҡ. Был процессҡа кәм тигәндә ике аҙна самаһы ваҡыт китәсәк тигән һүҙ.
Азат Ғәлиуллин.




