Шулай уҡ Башҡортостан ЗАГС идаралыҡтары ла никах теркәүгә унауға тиклем кешене индерә ала. Был туралағы ҡарарҙы республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡабул итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пандемияға бәйле, быға никах теркәгәндә биш кенә ҡунаҡ индерелә ине. Шулай ҙа шарттар йомшартылыуға ҡарамаҫтан ЗАГС-тарҙа социаль дистанция, битлек режимын һаҡлау ғәмәлдә ҡала.




