Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова баҡыйлыҡҡа күсте

Яҡындары әйтеүенсә, ул 2020 йылдың 29 декабренән бирле коронавирус инфекцияһы менән көрәшкән.

12 февралдә мәшһүр йырсыға 71 йәш тулған булыр ине. Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филормонияһында эстрада артисы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар дауамында ул ижады аша Башҡортостанға, республика сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләне.

Роза Аккучукова башҡарыуындағы «Аҡҡоштар», «Йәшел яулыҡ», «Ромашкалар», «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл» һәм башҡа йырҙар ысын мәғәнәһендә халыҡ хитына әйләнде.

Роза Сабирйән ҡыҙының йырҙары Башҡортостан телерадиокомпанияһының алтын фондына индерелгән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Роза Аҡкучукованың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Йәмәғәт панихидаһы, 9 февраль иртәнге сәғәт 10-да Цветочная урамындағы хушлашыу залында үтә. Ул тыуған яғы Белорет районында ерләнәсәк.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова баҡыйлыҡҡа күсте
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ