Республикала һаулыҡ һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән «Айыҡ ауыл» конкурсы дауам итә. Бәйгенең республика кимәлендә Баймаҡ районы данын Түбәнге Яйыҡбайҙар яҡлаясаҡ. Ауылдағы ыңғай үҙгәрештәр һәм киләсәккә пландар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.
Колоритлы уйын. Баймаҡ районы ағинәйҙәре хоккей уйнау серҙәрен үҙләштерә. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүселәр хоккей коробкаһын аса. Ул ғына ла түгел, күрше район спорт командаларын саҡырып бәйге ойоштора. Ҙур булмаған, ләкин быуындар тарихын һаҡлаған ауылға дәртле йәштәр йыйыла.
Ләкин ялтырап торған боҙҙо күргән ололар үҙҙәре лә түҙмәй ҡулдарына сәкән тота. Видеояҙма интернет киңлектәрендә популярлыҡ яулар, яңылыҡ тыуҙырыр, тип уйламай ҙа ағинәйҙәр. Ерле фольклор??! һаҡлаусыларҙы киң мәғлүмәт саралары эләктреп тә ала.
Түбәнге Яйыҡбай ауылы тарихы 16-сы быутҡа барып тоташа. Хәҙер бында 78 кеше ғүмер итә. Халыҡтың берҙәмлеге һәм ойошҡанлығы «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек барышында сағыла. Ауыл киләсәге өсөн янып йәшәгән кешеләр төрлө саралар үткәрә. Шишмә яны тәртипкә килтерелә, аллея асыла, түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Түбәнге Яйыҡбайҙар колонизаторға ҡаршы көрәшкән Баяс батыр исемен мәңгеләштерә. Тарихи урын тип һаналған Апай тауы башына стела урынлаштырыла. Уны асыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып ауылдың ҡурайсыһы, фольклорсы Рәмил Хәсәнов күтәреп сыға. Идеяны тормошҡа ашырыуҙа урындағы халыҡ ҙур тырышлыҡ һала.
«Айыҡ ауыл» конкурсы республикала алып барылған айыҡлыҡ сәйәсәтенең асыҡ күрһәткесе. Түбәнге Яйыҡбай ауылы конкурстың район этабында еңеү яулап, 70 мең һумлыҡ сертификат ота. Яҡын арала ауыл халҡын бәйгенең яңы һынауҙары көтә. Сәләмәт тормош яҡлыларға уңыштар ғына теләп ҡалырға була.
Әлфинә Килдейәрова.




