Командалар осрашыуы үткән «Өфө-Арена» боҙ һарайының тамашасы урындары 70 процентҡа тулы булды. Уйын ике команда өсөн дә көсөргәнешле башланды. Әммә тәнәфестән һуң яҡташтарыбыҙ ҡунаҡтарға ҡапҡаға яҡын килергә бер өмөт тә ҡалдырманы.
Иҫәп юлаевсылар файҙаһына 4:0. 18 февралдә «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Ҡазандың «Аҡ Барсы» менән осраша.
Гөлдәриә Йосопова.




