Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа законға үҙгәрештәр әҙерләнә. Депутаттар уны февралдә беренсе уҡыуҙа ҡарай. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, уҙған йылдың октябрендә ҡабул ителгән законға ярашлы исемлеккә инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары индерелгәйне. Хәҙер унда күп балалы ғаиләләрҙе өҫтәү мөмкинлеге ҡарала. Был алым илдәге башҡа төбәктәрҙә, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Воронеж өлкәләрендә ҡулланыла.





