Башҡортостанда ерҙе ҡуртымға алыу еңеләйә

Башҡортостанда ерҙе ҡуртымға алыу еңеләйә
Фото №1 - Башҡортостанда ерҙе ҡуртымға алыу еңеләйә

Хәҙер бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ғариза ҡалдырырға була. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.  “Элек был эш 1 айҙан артыҡ һуҙылһа, әле мәсьәләне хәл итеүҙе 8 көнгә ҡыҫҡартыуға ирештек. Система яйға һалынғандан һуң, уның мөҙҙәте тағы ла ҡыҫҡара. Бынан тыш, ғаризаның дөрөҫ тултырылыуы буйынса ла эш алып барыла. Система хаталарҙы күрһәтеп бара. Яңы технологиялар ярҙамында  төбәктә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ”, - тип билдәләгән Андрей Назаров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ