Бөгөн республика йәмәғәтселеге халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн республика йәмәғәтселеге халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы һуңғы юлға оҙатты
Фото №1 - Бөгөн республика йәмәғәтселеге халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы һуңғы юлға оҙатты

 Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуа. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Ошо уҡ йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт юлын башлай.

“Ул Башҡортостанды өҙөлөп яратты. Сәхнәлә лә, тормошта ла беҙгә өлгө булды”, - ти республиканың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы һуңғы юлға оҙатты

“Роза Сабирйән ҡыҙы яҡташтарын берләштереп торған шәхес булды.  Уны әсәйем кеүек яҡын күреп яраттым”, - ти яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге халыҡ артисы Роза Аҡкучукованы һуңғы юлға оҙатты

Роза Аҡкучукова тыуған яғы – Белорет районында ерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ