"Күмертау" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары һаны берәүгә артты

"Күмертау" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары һаны берәүгә артты
Фото №1 - "Күмертау" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары һаны берәүгә артты

Исемлеккә Ка-26 вертолеттары өсөн запас частар етештереү предприятиеһы индерелде, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Инвестиция проектына ярты миллиард һум йүнәлтелә. Ул 2030 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостанда әле Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет һәм Благовещен йылдам үҫеш биләмәләре бар. Уларҙа инвесторҙар өсөн һалым ташламалары һәм башҡа льготалар ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ