Радий Хәбиров иҡтисадҡа ярҙам буйынса өҫтәмә саралар планын раҫланы

Радий Хәбиров иҡтисадҡа ярҙам буйынса өҫтәмә саралар планын раҫланы
Фото №1 - Радий Хәбиров иҡтисадҡа ярҙам буйынса өҫтәмә саралар планын раҫланы

Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Иҡтисадҡа ярҙам маҡсатында 9 миллиард 400 миллион һум бүленә. Аҡсаның ҙур өлөшө заманса ҡала мөхите булдырыу, биләмәләрҙе матурлау, йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн тәғәйенләнә. Ауыл хужалығына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сумманың яртыһы техника һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тотонола. Инвестиция эшмәкәрлеге өсөн шулай уҡ 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам ҡаралған. Эшҡыуарҙарға 259 миллион һум, сауҙа өсөн 285 миллион һум бүленә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ