Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам буйынса өсөнсө саралар планы раҫланды

Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам буйынса өсөнсө саралар планы раҫланды
Фото №1 - Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам буйынса өсөнсө саралар планы раҫланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҡтисадҡа ярҙам буйынса өҫтәмә саралар планын раҫланы. Бының өсөн 9 миллиард 700 миллион һум бүленә. Аҡсаның ҙур өлөшө заманса ҡала мөхите булдырыу, биләмәләрҙе матурлау, йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн тәғәйенләнә. Ауыл хужалығына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сумманың яртыһы техника һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тотонола. Инвестиция эшмәкәрлегенә шулай уҡ 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам ҡаралған. Эшҡыуарҙарға 259 миллион һум, сауҙа өсөн 285 миллион һум бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, тәүге ике ярҙам сараһы көрсөккә ҡаршы план булһа, өсөнсө пакет иҡтисадты үҫтереү өсөн йүнәлтелгән.

Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам буйынса өсөнсө саралар планы раҫланды

Былтыр республикала бизнесҡа 30 миллиард һум дәүләт ярҙамы бирелде. Беренсе пакет буйынса – 58, икенсеһендә – 37 ярҙам сараһы ҡаралғайны. Уны 59 мең самаһы предприятие алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ