Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан халҡының өстән ике өлөшөнә гриптан прививка эшләнде. Коронавирустан вакцинациялау ҙа үтә. Әле 24 меңдән ашыу кеше прививка эшләткән. Уҙған тәүлектә 165 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған, 2 кеше йоғошло сирҙән үлгән.





