Янғын һүндереүселәре һәм ҡотҡарыусылары былтыр 1 мең 188-гә күберәк кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған

Берҙәм 112 диспетчер хеҙмәте аша  2 миллиондан ашыу халыҡҡа ярҙам күрһәтелгән. Был турала ведомствоның йыл йомғаҡтарына һәм киләһе йыл маҡсаттарына арналған йыйылышта билдәләнде.

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар өсөн 2020 йыл еңел генә булмаған, ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә, тәбиғәт ғәрәсәттәре лә теркәлгән. Мәҫәлән, көслө дауыл һәм боҙлауыҡ арҡаһында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы, бөрйәндәге урман янғыны һәм башҡалар. Шулай ҙа дөйөм алғанда кешеләрҙең утта янып һәм һыуҙа батып үлеү осраҡтары кәмегән.

Бынан тыш, матди-техник базаны нығытыу эше лә әүҙем бара. Республикала яңы 4 янғын һүндереү часы эшләй башлаған, ҡотҡарыусылар отряды төҙөлгән, янғын һүндереү депоһы асылған. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар өсөн 9 берәмек заманса техника алынған, ике күсмә лаборатория сафҡа индерелгән. Ул тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын 41 параметр буйынса контролдә тота.

Пандемия шарттары ла янғын һүндереүселәр менән ҡотҡарыусыларҙың эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индергән. Иҫкәртеү ҡоролмалары аша халыҡты санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә саҡырыу ойошторолған.

Сит илгә юлланған туристарҙы алып ҡайтыу, Башҡортостан аша тыуған илдәренә юлланған Ҡырғыҙстан граждандарын урынлаштырыу һәм ҡайтарыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Бөгөнгө осрашыуҙа билдәләнеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре алдында быйыл да мөһим бурыстар тора.

Фото №1 - Янғын һүндереүселәре һәм ҡотҡарыусылары былтыр 1 мең 188-гә күберәк кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ