Әле хужалыҡ ай һайын сауҙа кәштәләренә 20 тонна тирәһе продукция сығара. Әммә был күләм Башҡортостан һатып алыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡапламай. Шуға эшҡыуарҙар бәшмәк фермаларын икенсе райондарҙа ла асырға ниәтләй. Табышлы йүнәлеш хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәбиғәт ҡосағында үҫмәһәләр ҙә, тереклектең үҙ ҡанундары. Түтәлгә бер үк мәлдә, бер үк шарттарҙа сәселгән бәшмәктәр төрлө ваҡытта баш ҡалҡыта. Шуға күрә хужалар өлгөргәндәрен тиҙ генә йыйып бара, шампиньон эшләпәһенең диаметры 5 сантиметрҙан арттымы ул инде беренсе сорттан төшөп ҡала.
Һатыу өсөн иң идеаль форма тип 4-5 сантиметрлыҡтар иҫәпләнә. Ә бына йәмшәйгән, ярылған бәшмәктәр икмәк ризыҡтары бешереү цехына оҙатыла. Иң хәүефлеһе – сир, уның бөтә түтәлгә таралыуы ихтимал, шуға фермала таҙалыҡ һәм тәртип көслө.
Хужалыҡ бәшмәк матдәләре менән байытылған әҙер түтәлдәр һатып ала. Шампиньондар ултыртҡандан һуң 40 көндән сыға башлай. Бер бәшмәк түтәле өс тапҡыр ҡулланыла, тәүгеһендә 1 тонна 500 килограмм бәшмәк йыйылһа, киләһеләрендә уңыш күләме кәмей бара.
Хужалыҡ республика сауҙа селтәрҙәре менән генә эшләй. Федераль компанияларҙан да хеҙмәттәшлек тәҡдимдәре бар, әммә хужалыҡтың етештереү ҡеүәттәре ихтыяжды тулыһынса ҡаплай алмай.
Минераль ашламалар һатыуға сығарыла. Хужалар әйтеүенсә, ике төр продукцияға ла һорау ҙур. Сөнки бәшмәктәрҙә лә, биогумуста ла химик ҡатнашмалар юҡ, улар экологик яҡтан таҙа, кеше һаулығына зыян килтермәй.
Хужалыҡ киләсәктә бәшмәк үҫтереү майҙандарын арттырырға һәм шулай уҡ йәшелсә теплицалары асырға ла иҫәп тота. Эшҡыуарҙар фекеренсә, Башҡортостан сауҙа үҙәктәрен үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин итеү өсөн тулы шарттар бар.
Рәмзиә Кәримова.




