Уҙған тәүлектә исемлеккә тағы ла 165 кеше өҫтәлгән. Әле стационарҙарҙа 307 пациент дауалана, 46-һы ауыр хәлдә, уларҙың бишәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
5 659 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Бер көн эсендә сирҙән 187 пациент һауығып сыҡҡан. Яңы инфекциянан һуңғы тәүлектә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Гөлдәриә Йосопова.




