Роза Аҡкучукова менән хушлашыу сараһы бөгөн баш ҡалала үтте. Киң йәмәғәтселек Роза Сабирйән ҡыҙын үҙенсәлекле тембрлы йырсы булараҡ танып белә. Уның бик күп композициялары телевидение һәм радио фондында ҡәҙерләп һаҡлана. 12 февралдә уға 71 йәш тулған булыр ине...
Мөхәббәткә мәҙхиә булып яңғыраған «Алтын балдаҡ» йыры әле лә телевидение һәм радио эфирҙарынан төшмәй. Был композицияны кем генә башҡарһа ла ул барыбер Роза Аҡкучукованыҡы булып ҡала. Ижадсының ул визит картаһына әйләнгән. Шулай уҡ муйылды ла ул үҙенсә генә сәскә аттыра. Бүтәнсә, икесе төрлө...
Роза Аҡкучукова башҡорт йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан шәхес. Ижадсы дуҫтары уны ҡатын-ҡыҙҙың бар гүзәллеген туплаған, матур күңелле кеше булараҡ белә. Хушлашыу кисәһендә лә күптәр уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ижады менән тамашасы күңеленә яҡты моң һалған ретро йырсы үҙ исемен саф алтындан ҡойҙо. Халыҡсан йырҙары менән ул Башҡортостан йылъяҙмаһын байытты. Үҙе китһә лә, матур ижады ҡалды. Республика йәмәғәтселеге яратҡан йырсыһын көслө алҡыштар менән һуңғы юлға оҙатты...
Азат Ғәлиуллин.





