Төбәктә ярышҡа әүҙем ҡушылған ғаиләләргә бүләк тапшырыла. Тотороҡһоҙ ғаиләләр иһә иҫәпкә алынған. Уларҙы бәхетһеҙ осраҡтарҙан ҡурсалау сараһы күрелә. Был турала беҙгә ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Әбсәҙиева хәбәр итте.
“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә тәрбиәүи саралар ҙа ойошторола. “Йәш быуынға булдыҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ”, - ти ауыл Советы депутаты Илүзә Ишмөхәмәтова.
12 февралдә Таштимер ауылында ҙур спорт ярыштары ойошторола. Унда күрше Силәбе өлкәһе вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә. Сараларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары саҡырылған. Улар халыҡты ҡабул итергә һәм социаль объекттар менән танышырға ниәтләй.





