Райондын 7 ауылына глобаль селтәр үткәреү планлаштырыла. Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған төбәк проекты старт ала. Уны “Башинформсвязь” ойошмаһы тормошҡа ашыра. Уға ярашлы республикала 262 бәләкәй ауылға интернет уҙғарыла. 100 мең самаһы кешенең интернет менән тәьмин ителеүе күҙаллана.





