Иғтибар! Конкурс! Хөрмәтле дуҫтар! Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышы тураһында “Урам балалары” исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Уның “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле әҫәрҙәре һеҙгә яҡшы таныш.
Ошо уңайҙан яҙыусының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө репостар бәйгеһе иғлан итә. Шарттары ябай: яҙмаға репост эшләргә; төркөмдөң ағзаһы булырға.
Киләһе аҙна башында, йәғни 19 февралдә, осраҡлы һайлау юлы менән репост яһаған кешеләр араһынан 5 еңеүсе билдәләнәсәк. Уларға автографлы “Урам балалары” китабы почта аша ебәреләсәк. Әйткәндәй, Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын почта аша ла алдырып була. Бының өсөн авторҙың үҙенә яҙырға кәрәк.





