Өфөлә саңғысылар ярыша. 13 февралдә "Рәсәй саңғыһы" акцияһына Өфөнөң һәр районы ҡушыла. Ярыштар төрлө ваҡытта башлана. Иң беренсе булып стартҡа сәғәт 11-ҙә Калинин районында баҫалар. 3 һәм 5 километрға ярыштар ҡаралған. Акцияла ҡатнашыусыларҙың табиптарҙан рөхсәте булыуы шарт.





