Унда Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек барышында баш ҡалалағы мәҙәни ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡаралды. Бының өсөн федераль үҙәктән финанс ярҙам кәрәк. Исемлектә Дәүләт циркы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм Рус дәүләт драма театры. Бынан тыш, Өфөлә яңы заманса китапхана талап ителә. Ольга Любимова мәҙәни усаҡтарҙы реконструкциялауҙа ярҙам итергә вәғәҙәләне.





