Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы медицина учреждениеһын төҙөүгә тос өлөш индереүселәргә Республика Башлығы һәм Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр биреү тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ клиник-диагностикалау үҙәге былтыр йыл аҙағында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп бөтөп тәүге пациенттарын ҡабул иткәйне. Медицина учреждениеһы бокстар һәм реанимация палаталарынан тыш, бала табыу һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, заманса бак-лаборатория, томография бүлеге, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн 30 урынлыҡ дөйөм ятаҡты үҙ эсенә ала.
Азат Ғәлиуллин.




