Октябрьский ҡалаһында Тойота Ланд Крузер водителе парковкала торған «Лада Гранта» автомобиленә бәрелеп һәләк булған.
Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 71 йәшлек водитель руль артында аңын юғалтҡан булған. Ир тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе йән биргән.




