Подымаловтың күтәрә алмаҫлыҡ проблемалары

Өфө районындағы ауылда хәҙер нисә йыл бер мәсьәләне урынынан ҡуҙғата алмайҙар. Сөнки милек күсемһеҙ. Дөрөҫөрәге йәшәргә яраҡһыҙ милек. Бер нисә ғаилә Подымалов ауылындағы иҫке барактан яңы төҙөлгән йорттарға күсерелә. Ләкин һуңынан яңы торлаҡтың иҫкеһенә ҡарағанда ла насарыраҡ булыуы асыҡлана.

Баракты һүтеп кире күсенеүгә юл ябылғас йорт хужаларына судлашыуҙан башҡа әмәл ҡалмай. Әммә был процедура бик оҙаҡҡа һуҙыла. Ул арала сатлама һыуыҡтар халыҡтың һаулығын һынай. Ә йорттар таушала бара. Сығырынан-сығыр хәлгә еткән йорт хужалары менән БСТ каналының хәбәрселәре осрашты.

Тауыҡ тәпәйҙәрен ни бары яҡшы йәшергәндәр генә. Тимер тояҡтарҙы ҡалай итәк кенә ҡаплап тора.  Үтәнән-үтә ел өрөп торған нигеҙ бер ниндәй ҙә йылы һаҡламай.

Йорт үҙе иһә бөтөнләй икенсе әкиәттән. Стеналар ҡуян өйөндәй ҡабыҡтан ғына. Каркаслы торлаҡтың ағастары  кибеү менән иҫкән елгә лә бәүелә башлаған. Хужалар төҙөүсе ойошма менән тартҡылаша торғас ремонтҡа ирешә лә, әммә улары стеналарҙы тимер сымдар менән тарттырып ҡуйыуҙан ары китә алмай.

Һөҙөмтәлә Әлфиә ханым ҡар батшабикәһе  шикелле боҙ һарайҙа йәшәргә мәжбүр. Хатта 38 квадрат метрҙы йылытыу ҙа ҙур бәлә. Электр утынан эшләгән ике батареянан файҙа юҡ. Сөнки стеналар йылыны тотмай.

Уның ҡарауы коммуналь түләүҙәр сүпрәлә шикелле үҫә. Ҡыш көндәрендә өйҙә йылытыу өсөн 8 мең һум тирәһе аҡса китә. Ауыл халҡы өсөн был ҙур сумма. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары был ғәҙелһеҙлек менән күптән көрәшә. Тап уларҙың ярҙамы менән намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Был йорттар йыл әйләнәһенә йәшәргә яраҡһыҙ. Өҫтәүенә йылылыҡ өсөн 8 мең һум, канализация соҡорон һырҙырыу өсөн 6 мең һум түләп торалар. Капиталь ремонт эшләгән булдылар, әммә хәл үҙгәрмәне. Беҙ урындағы властарҙың проблемаға иғтибар итеүен теләйбеҙ. Халыҡ бындай шарттарҙа йәшәргә тейеш түгел.

Ләкин яуаплы ведомстволар һаман да әкиәт һөйләүен дауам итә. Төҙөүсе ойошма эшмәкәрлеген туҡтатҡан, ә заказ биреүселәрҙең йорто бөтөнләй ҡырыйҙан. Енәйәт эше буйынса тикшереүҙәр ҙә һаман дауам итә. Күрәһең боҙҙан эшләнгән төлкө өйө кеүек йорттарҙың ҡойолоп төшөүен көтәләр.

Фото №1 - Подымаловтың күтәрә алмаҫлыҡ проблемалары

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ