Республика был күрһәткес буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Фермерлыҡ һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле сәйәсәт юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкирнлек бирҙе тигән фекерҙә белгестәр.
Бер йыл элек кенә асылған цехты, хәҙер 30 төрҙән ашыу колбаса сығарыла. Урындағы сеймал ошонда уҡ эшкәртелә. «Баҡалы» ауыл хужалығы кооперативына 12 пайсы ингән. Улар араһында фермерҙар һәм ихатаһында күпләп мал тотоусы ябай ауыл кешеләре лә байтаҡ.
Кооператив уртаҡ мәнфәғәттәр берлеге. Берәүҙәр сеймал мәсьәләһен хәл итә, икенселәр уны эшкәртеү өҫтөндә эшләй. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса колбаса цехында 65 тонна ит ризыҡтары етештерелгән. Яңы ойошторолған кооператив 3 миллион күләмендә дәүләт грантын алыуға ла өлгәшкән.
2020 йылда цех 22 миллион һумлыҡ табыш алған. Уҙған осорҙа пайсылар миллион һумдан ашыу һалым түләгән. Яңы эш урындары асылған.
Өс йыл эсендә республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы ойошторолған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғылыҡҡа сыҡты. 2021 йылда тармаҡ министрлығы ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы программаһын тергеҙергә иҫәп тота. Субсидия тәү сиратта сеймал эшкәртеүселәргә бүленәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.




