Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, бер көн эсендә яңы инфекциянан тағы ла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланған осорҙан коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 26 меңгә яҡынлаша.
Уҙған тәүлектә Ковид-19 вирусы тағы ла 163 кешелә асыҡланған. Сирлеләрҙең 316-һы стационарҙарҙа дауаланыу курсы үтә. Улар араһынан ауыр хәлдәге 37 пациенттың 6-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Сирҙе еңел үткәреүсе 5 644 кешегә амбулатор дауаланыу курсы тәғәйенләнгән. Тәүлек эсендә сирҙән 165 кеше һауығып сыҡҡан.
Гөлдәриә Йосопова.




