Шаран районында шахмат буйынса ғаилә турниры уҙғарылды

Ярышта райондың барлыҡ ауыл биләмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Быйыл шахмат турниры икенсе тапҡыр ойошторола, унда ҡатнашырға теләүселәр ҙә артҡан. Былтырғы ярышта 21 команда ҡатнашҡан булһа, был юлы турнир майҙаны 33 ғаиләне бергә йыйҙы. Иң йәш ҡатнашыусы 6, иң өлкәне 80 йәштә ине. Ата-әсәләр фекеренсә, шахмат спорты балаларҙың фекерләү ҡеүәһен: үҫтереп кенә ҡалмай, йыйнаҡлыҡҡа ла  өйрәтә.

Һуңғы йылдарҙа төбәктә шахмат спорты әүҙем үҫешә. Шаран ауылының балалар ижады һәм спорт үҙәгендә барлығы 500-ләп бала шөғөлләнә. Шахмат түңәрәгенә Клара Биккинина етәкселек итә. Артабан район шахматсылары «Аҡ ладья» республика турнирына әҙерләнә. 

Фото №1 - Шаран районында шахмат буйынса ғаилә турниры уҙғарылды

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ