Илеш районында Базы йылғаһы аша һалынған күпер плитәләре йыл һайын емерелеп төшкән. Ерле халыҡ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, икенсе ярға көс-хәл менән сыҡҡан булған. Саҡ ҡына яңылыш аҙым яһалыуы кеше ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Автобустар һәм ауыр йөк тейәгән машиналар өсөн был юлдарҙан үтеү өсләтә хәүеф тыуҙырған.
Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәткәрҙәренә был күпер аша үтеү көҙгө урып-йыйыу осоронда айырыусы ҡатмарлы ине. Кешеләргә 14 cаҡрымдан ашыу урау юлдан йөрөргә тура килгән. Халыҡ ғәҙәти маршруттан йөрөй алмай, ғүмере өсөн ҡурҡа, көс-хәл менән емерек күпер аша сығып йөрөргә мәжбүр була. Үҙҙәрен борсоған мәсьәлә хаҡында ауыл кешеләре социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыға.
Был күперҙән транспорт үтеү өсөн проблемалар юҡ. Үткән йыл көҙ «Башнефть» Йәркәй нефть майҙансығына йөрөү юлын һәм Базы йылғаһы аша күперҙе ремонтлауға аҡса бүлә. Эштәр ике аҙна эсендә тамамлана.
«Инцидент-менеджмент» системаһы республикала йәшәүселәрҙең мөрәжәғәтен көн һайын теркәй. Был хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләп, төбәк халҡының төрлө өлкәләге мөрәжәғәттәрен йыя. Күп кешеләр республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси битенә яҙа.
Башҡортостан етәксеһе барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә «Бәйләнештә»,Одноклассники, Фейсбук һәм Инстаграммда теркәлгән. Рәсми аккаунттарға ебәрелгән бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ. Фейк биттәрҙән улар ни бары раҫлайым тигән зәңгәр билдә менән генә айырыла.
Гүзәл Борханова.




