Бөгөн киске сәғәттәрҙә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы юлында үлемесле авария теркәлде

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә,  «Мицубиши паджеро» менән Нива автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә һуңғыһы харабаға әйләнгән. Ике автомобилдең дә бер йүнәлештә хәрәкәт итеүе билдәле. «Нива» ның водителе менән пассажиры дауаханаға оҙатылған. Әммә икеһенең дә реанимацияла, аңына килмәйенсә ғүмере өҙөлгән.

Һәләк булыусылар – 40 һәм 25 йәшлек ирҙәр. Урындағы халыҡ әйтеүенсә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы автомобиль юлы тейешле хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Асфальттағы тәрән тәгәрмәс эҙҙәре һәм юл ситенең саманан тыш түбән булыуы аварияның сәбәбе булыуы бик тә ихтимал. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Фото №1 - Бөгөн киске сәғәттәрҙә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы юлында үлемесле авария теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ